Башҡортостанда көндә 2 меңдән ашыу ихата һәм 15 меңдән ашыу подъезда санитар эшкәртеү башҡарыла. Эпидимиологик хәлгә ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары, туҡталыштар ғына түгел, шулай уҡ ял итеү урындары һәм балалар майҙансыҡтары ла эшкәртелә. Балалар майҙансыҡтары буш. Махсус кейемдәге кешеләр санитар эшкәртеү башҡара.Туҡталыштарҙың быялалары, эргә-тирәләге урындар махсус шыйыҡса менән һиптерелә. Туймазы ҡалаһында дезинфекция станцияһы аҙна һайын барыһы 72 туҡталышты ошолай эшкәртеп сыға.Күп фатирлы йорттарҙың стеналары, ишектәре, почта йәшниктәре, подъезд эргәһендәге эскәмйәләр ҙә аҙна һайын эшкәртелә. Иҙән йыуыусылар махсус кейемдәр кейеп һәр подъезда дизинфекция үткәрә.Короновирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу маҡсатында республика ҡаҙнаһынан ҡала һәм райондарҙың идарасы компанияларына һәм ойошмаларға санитар эшкәртеү саралары бүленде. Башфармация муниципалитеттарға 15 мең битлек, комбинезондар, бирсәткәләр, 10 мең пар итек һәм махсус күҙлектәр, шулай уҡ һиптерткестәр һәм дезинфекция шыйыҡсаларын йүнәлткән. Улар сентябргә тиклем етергә тейеш. Регламентҡа ярашлы, подъездарҙы дезинфекциялау аҙнаһына ике тапҡыр, ә бәләкәй йорттарҙа- бер тапҡыр башҡарыла.
Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла
Тулыраҡ: Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла