Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Тулыраҡ: Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ — 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла Башҡортостанда эҫе булыр тип көтөлә. Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ябай ғына ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә саҡыра.