Файҙалы туңдырма

Тулыраҡ: Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә нисек етештерелеүе әлегә сер булып һаҡлана. Бөтә кеше яратып ашаған продукт составы мөмкин тиклем тәбиғи булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйылғайны, ти белгестәр.Туңдырма ауыл хужалығы кооперативында етештерелһә, ә бына прополис һәм үҫемлек һеркәһе нисек әҙерләнеүен Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары уйлай. Әлбиттә, был тәмлекәсте халыҡҡа ашатып ҡарау өсөн, тәү сиратта, фәнни эштәр өҫтөндә эшләргә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тура килә.Прополис һәм үҫемлек һеркәһен алыу өсөн белгестәр Башҡортостан умартасыларына мөрәжәғәт итә. Туңдырма эшләгәндә уны иң мөһиме самалап ҡулланыу зарур.Ошо форсаттан файҙаланып, беҙ ҙә ике төрлө туңдырманы ашап ҡарарға булдыҡ. Билдәле булыуынса, улар файҙалы. Мәҫәлән, һеркә ҡушылып эшләнелгәне аҡһымдарға бай, ә прополислыһы иһә иммунитетты күтәрә. Уларҙың тәме бер-береһенән айырыламы икән? Һеркә ҡушылып эшләнелгәне шәрбәтле, ә пропорлислыһынан бал еҫе аңҡып тора. Дөйөм алып әйткәндә, был ике туңдырманы ла тәмле, тип әйтергә мөмкин.Яңы ысул менән эшләнелгән туңдырманы тәмләп ҡарарға төрлө кафе һәм ресторан вәкилдәре йыйылды. Уның файҙаһы тураһында һөйләнеләр, рецепты менән бүлештеләр. Туңдырманы һатыуға сығарыу өсөн, тәү сиратта, сертификат кәрәк. Әле яңы продуктты теләгән һәр кемгә бушлай ашатып ҡарау мәсьәләләре тикшерелә. Был эштең беренсе йүнәлеше генә.2021 йылда Башҡортостанда Апимондия халыҡ-ара умартасылар конгресы үтәсәк. Белгестәр ҡунаҡтарға прополис һәм үҫемлек һеркәһенән эшләнелгән туңдырманы күрһәтергә әҙерләнә. Киләсәктә улар патент алырға ла ниәтләй.