Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға 800 һумлыҡ штраф һалына. Әгәр велосипедсы иҫерек булһа, 1 мең — 1 мең 500 һумлыҡ штраф административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды
Тулыраҡ: Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды