Роботлаштырылған экзоскелет

Тулыраҡ: Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған. Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата. Үҙенсәлекле тауыштар коридорҙың икенсе осонда уҡ ишетелә. Был тауышҡа инструкторҙың командаһы өҫтәлә. Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата. Юра исемле егеткә 15 йәш. Ул бәләкәйҙән тетрапарез тигән сир менән яфалана. Нәҫелдән килгән ауырыу сәбәпле өс ай һайын реабилитация үтергә мәжбүр. Хәҙер уға һәм был дауаханала ятҡан байтаҡ пациенттарға экзоскелет ярҙамға килә. Был ғәжәйеп робот грек теленән тәржемә иткәндә - кешенең тышҡы һөлдәһе тип атала. Ул, ысынлап та, кеше һөлдәһен хәтерләтә. Медицина ҡорамалы тотош бер каркастан һәм бер-нисә күсергестән тора. Арҡала идара итеү планшеты. Дәрес алдынан инструктор һәр бер кешенең параметрҙарын теркәй. Уға ғына тәғәйен шәхси программа һайлай. Экзоскелет тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән. Улар психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәгенә һәм Өфөнөң 17-се дауаханаһына ҡулланыуға ебәрелгән. Табиптар әйтеүенсә, йыл һайын ошо аппарат ярҙамында реабилитацияланыуҙа 60-ҡа яҡын йәш пациент мохтаж. Яңы экзоскелетты табиптар беренсе ҡарлуғас тип атай. Медицина ҡорамалы буйы 150 сантиметрҙан ашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйен. Киләсәктә бындай ҡорамалды табиптар бәләкәй пациенттар өсөн дә алырға өмөтләнә. Сөнки реабилитацияны бала мөмкин тиклем иртә башларға тейеш.