Ҡолонсаҡлы ғаилә

Тулыраҡ: Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән. Яңы тыуған ҡолонҡайға Мысырғәлиндар көтмәгәндә, һыу инеп оло юл буйлап ҡайтып килгәндә, тап була. Көн түҙерлек түгел эҫе ине, тип хәтерләй балаларҙың әсәһе Гүзәл ханым. Ошо көнгә тиклем йылҡы малын тәрбиәләргә тура килмәгән ғаилә тәүҙә баҙап ҡала. Бәләкәсте дөрөҫ туҡландырыу тәртибен Интернет аша өйрәнәләр. Өлкәндәр малдың хужаһын эҙләһә, кескәй ғаилә ағзалары ҡолондо дуҫы итеп ҡалдырыуға өмөтләнә. 11 йәшлек Марсель хатта йәй буйына бесән әҙерләргә лә әҙер. Ҡолондо алып ҡайтҡас та тәүҙә һаулығын тикшерер өсөн мал табибына мөрәжәғәт итәләр. Ветеринар кәңәше менән бер-нисә көн махсус дарыу эсереп дауалау курсын да үтергә тура килә. Ҡолон әле үҙен иркен тоя.... йүгереп-һикерергә, шаярырға урын етәрлек. Тик киләсәктә ҙур булып үҫәсәк малҡайға махсус аҙбар кәрәк. Битараф булмаған барыһына ла Мысырғәлиндар ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.