Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Тулыраҡ: Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ уңында, һәр береһенә шәхси алым. Әле Ҡырғыҙстанда эшләгән Башҡортостан табиптары өсөн был 1-се командировка түгел, быға тиклем улар Амур өлкәһе һәм Ҡарасәй-Черкес белгестәренә короновирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙам итте. Пандемия менән көрәшкә Үҙәк Азияға Мәскәүҙән 7 һәм Башҡортостандан 42 медицина хеҙмәткәре йүнәлтелде. Һәр белгес ентекле һайлап алынған. Иң мөһиме уларҙың короновирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы дауалау тәжрибәһе булырға тейеш. Башҡортостан белгестәре составында — эпидемиологтар, инфекционистар, БДМУ студенттары һәм ординаторҙар урындағы белгестәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Медицина хеҙмәткәрҙәре бер нисә төркөмгә бүленеп, Ҡырғыҙстандың төрлө өлкәләрендә эшләй. Илнур Юнысовтың төркөмөндә 8 кеше, бер аҙна эсендә улар 3 дауаханала ауырыуҙарҙы тикшереп сығырға тейеш.Ҡырғыҙстан – ҡунаҡсыл ил, тип билдәләй табиптар, ниндәй генә районға барһалар ҙа уларҙы ихлас ҡаршы алалар. Ғөмүмән, дауаханаларҙа хәл аҙғын түгел, тотороҡло, тип баһалана. Ҡырғыҙстанда беҙҙең белгестәр бер ай буласаҡ.