Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам итә. Был шөғөл уңғандарҙы ярата, бал ҡорттарын тәрбиәләү өсөн үҙең дә улар кеүек тынғыһыҙ булырға тейешһең, ти ул. Альберт Алтынбаев ғаиләһе өсөн бал һатыу төп килем сығанағы. Шуға ла биш улын да бала саҡтан был шөғөлгә йәлеп итеп үҫтерә. Быйыл бал былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, ти хужа. Күс көслө булған осраҡта бер умартанан 56 кг бал алырға мөмкин.Ошо арауыҡ эсендә бал кәсебенең бар нескәлектәрен өйрәнеп, бөжәктәрҙең хатта кәйефен асыҡларға күнеккән. Умартасы эшен ҡәҙимге көн менән ялға бүлеп ҡарамай Алтынбаевтар. Үҫеп килгән быуын да умартасылыҡҡа әүәҫ. Әле умартасылар йүкә балын һурҙыртып алды. Сәскә балы иһә август айында көтөлә. Был тәмлекәсте һатыусылар араһында мутлашыусылар ҙа етерлек, шуға күрә дөрөҫ һайлай белеү ҙә мөһим, ти тәжрибәле умартасы.Ҙур уңыштарға өлгәшеү өсөн умартасы ла бал ҡорто кеүек төндө көнгә ялғап эшләргә тейеш. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән кәсепте улдар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә дауам итер, тип ышана Альберт Алтынбаев.
Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә
Тулыраҡ: Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә