Рәсәй банкының баһалауы буйынса, йыл аҙағына тиклем инфляцияның 0,2-0,4 процентҡа артыуы ихтимал. Төркиәгә ҡарата индерелгән эмбаргоның инфляцияға йоғонтоһо әллә ни ҙур булмаясаҡ. Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер баҙарҙарҙа был илдән индереү тыйылған аҙыҡ-түлектең өлөшө ҙур. Йыл аҙағында, ғәҙәттәгесә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта. Шуға ла яңы йыл — ғаилә бюджетына ҡиммәткә төшә. Ҡайһы бер хужабикәләр әле үк сауҙа нөктәләренә сығып хаҡтарҙы самалай. Яңы йылға тиклем өс аҙна бар, ә хужабикәләр аҙыҡ-түлек һатып ала башлаған да инде. Үткән йыл менән сағыштырғанда емеш-еләк ҡыйбатыраҡ, ти Земфира Ғәскәрова. Хаҡтар тешләшһә лә, йылына бер килгән байрамға халыҡ төплө әҙерләнә. Йыл аҙағы етештереүселәргә өҫтәмә килем алыу өсөн ҡулай мәл. Сауҙа нөктәләре, магазиндар төрлө акциялар үткәреп күберәк һатып алыусыларҙы йәлеп итергә тырыша. Донъя иҡтисадындағы хәлдәр аҙыҡ-түлек баҙарына үҙгәреш индерҙе, әлбиттә. Әммә йыл аҙағына тиклем хаҡтар күтәрелеүе күҙәтелмәй, киреһенсә, төшәсәк, тип белдерә магазин хеҙмәткәрҙәре. Артабан магазин кәштәләренә күҙ һалабыҙ. Яһалма шыршылар 79 һумдан 1000 һумға тиклем, уға биҙәүестәр 50-нән 200 һум тирәһе, яһалма ялтырауыҡтар 3 һум 50 тиндән башлана. Киләһе йылдың символы – маймыл уйынсығын мәҫәлән, 604 һумға һатып алырға мөмкин. Емеш-еләк, йәшелсәгә килгәндә, ҡыярҙың килограмы – 130, помидор – 120 һум, алма сортына ҡарап, 60 һумдан 120-гә тиклем, банан -70 һум. Яңы йылдың өҫтәлендә байрамды билдәләүсе төп емеш – ул мандариндар. Быға тиклем улар Төркиәнән индерелһә, һуңғы сәйәси ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, ай аҙағына тиклем был илдең емеш-еләктәре магазин кәштәләренән юғалыуы ихтимал. Әммә ҡурҡырға кәрәкмәй. Марокконан индерелгән мандариндар һатып алыусыларҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәсәк. Һәр өҫтәлдең батшаһы булған икмәккә хаҡтар киләһе йылдан 20 процентҡа күтәрелә, тип белдерә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы. Әле был продуктҡа уртаса хаҡ 20-30 һум. Ҡамыр ашамлыҡтарын үҙҙәре етештерәләрҙә был хаҡ тағы ла арзаныраҡ. Яңы йыл ниндәй “хаҡтар” менән килерен көтөргә оҙаҡ ҡалманы. Төрлө өлкәне алып ҡараһаң да, хаҡтар бер кимәлдә генә тормай һәм күпселек осраҡта улар өҫкә үрмәләй.
Байрам өҫтәле күпмегә төшәсәк
Тулыраҡ: Байрам өҫтәле күпмегә төшәсәк