Башҡортостанда бер нимәгә ҡарамай уңышлы эшләп килгән предприятиелар бар. Ошондай хужалыҡтарҙың береһе Өфө районында урынлашҡан. Унда бүҙәнә ите һәм йомортҡаһы етештерәләр. Әле хужалыҡта 30 меңдән ашыу бүҙәнә иҫәпләнә. Ә бер нисә йыл элек кенә ҡоштар һаны 3 тапҡырға аҙыраҡ булған. Ойошмала бүҙәнәләрҙе үҙҙәре үрсетәләр, ситтән һатып алмайҙар. Бының өсөн махсус инкубаторҙар бар. Яңы сыҡҡан бүҙәнә себештәрен ай ярымдан айырым күсерәләр, тағы бер айҙан улар йомортҡа һала башлай. Көнөнә генә хужалыҡта 15 меңдән ашыу йомортҡа алалар. Тауарҙы күрше өлкәләргә һәм Мәскәүгә оҙаталар. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан хужалыҡта үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Әлегә ферманың яртыһы автоматлаштырылған. Ике айҙан бинаны тулыһынса йыһазландырып бөтөргә уйлайҙар. Етәкселек оло маҡсаттар менән йәшәй. Сөнки, бүҙәнәләр тиҙ үрсей, итен һәм йомортҡаһын да һатып алыусылар күп. Хатта, әле үҫеп килгәндәренең дә хужалары бар. Тик тауарҙың күләмен арттырырға мөмкинлек бирмәйҙәр. Ә предприятие йылына ғына 1 миллион һумдан ашыу һалым түләй.Барлығы ойошмала даими рәүештә 10 кеше эшләй. Бынан тыш, ситтән дә хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителә. Әгәр бина булып, ит етештереү күләме күбәйһә, эшселәрҙең һанын арттырырға уйлайҙар. Хужалыҡ менән сит ил инвесторҙары ла ҡыҙыҡһына. Яңыраҡ Ҡытай делегацияһы килеп ҡайтҡан, Америка вәкилдәре лә бәйләнешкә сыҡҡан. Ваҡытында предприятие етәкселеге сит илдәргә барып, заманса технологиялар серен өйрәнгән. Хәҙер, улар үҙҙәре техас, япон, фирғәүен тоҡомло бүҙәнәләрҙән яңы тоҡом сығарырға йыйына. Ҡоштарҙы ауыл ерендә лә еңел үрсетергә була. Сит илдәр беҙгә ҡарата төрлө санкциялар индереүгә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин йыллыҡ мөрәжәғәтендә белдерҙе. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Бүҙәнә фермаһында барлыҡ эштәрен теүәлләгәс, Рим Зөбәйеров башҡа тармаҡтарҙа ла үҙен һынап ҡарарға теләй. Ә бының өсөн ил етәкселеге мөмкинлектәр тыуҙырырға тырыша.
Иҡтисади көрсөк ҡурҡыныс түгел
Тулыраҡ: Иҡтисади көрсөк ҡурҡыныс түгел