Норвегия һәм Бөйөк Британияла һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрәләр. Ҡойма ямғырҙар сәбәпле йылғалар ярҙарынан сығып йорттарҙы ағыҙып алып китте.
Каспий диңгеҙендәге нефть платформаһында янғында һәләк булыусылар етәүгә еткән. 6 нефтсенең мәйете платформанан 65 саҡырым алыҫлыҡта табылған. 23 кеше хәбәрһеү юғалған.
Пекин властары ҡаланы ҡуйы томан ҡаплап алыу сәбәпле экологик хәүефтең иң юғары кимәлен иғлан итте. Халыҡ марлянан эшләнгән битлектәр һәм респираторҙар һатып ала. Мәктәптәр ябылған. Төҙөлөш эштәре туҡтатылған.
Италиялағы Этна вулканы уянған. Унан сыҡҡан төтөн өс километрҙңға күтәрелгән. Этнаның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 3 мең 329 метр. Был Италиялағы иң бейек тау. Майҙаны 1 мең 250 квадрат мтер.