Ғалимдар сенсация тураһында белдерә

Тулыраҡ: Ғалимдар сенсация тураһында белдерә

Шүлгәнташ мәмерйәһен таҙартҡанда реставраторҙар мамонттар һәм геометрик фигуралар һүрәттәренә юлыҡҡан. Уларҙың бынан 18 мең йыл элек барлыҡҡа килеүе ихтимал тигән фараздар бар. Белгестәр төркөмө ике аҙна дауамында мәмерйәнән сыҡмаған, тиерлек. Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы стеналарындағы яҙыуҙарҙы таҙартҡан. Тәүтормош кешеләре бында мамонттар төшөрһә, замандаштарыбыҙ сағыу буяуҙар һәм ҙур хәрефтәр менән үҙҙәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе йола иткән. Мәмерйә өсөн уның зыянынан башҡа файҙаһы юҡ. Тәү сиратта уникаль ҡомартҡының биофлораһы боҙола, тәбиғи матурлығы юҡҡа сыға.