Башҡортостан сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй

Тулыраҡ: Башҡортостан сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй

Мотлаҡ койка фонды, дарыуҙар – Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығына запас әҙерләргә тәҡдим итте. Коронавирусҡа бәйле хәл төбәктә тигеҙ, әммә күрһәткестәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреше теркәлмәй. Башҡортостан сир таралыу хәүефе сәбәпле сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй. Радий Хәбиров был яуаплы аҙымға тейешле әҙерлек кәрәк, тип белдерҙе.Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә йәнә онлайн тәртиптә үтә. Эпидемиологик хәлде яҡшыртырға теләһәк аралашыуҙарҙы сикләү хәйерле. Радий Хәбиров көнэлгәре билдәләнгән даталарға, йәғни, кинотеатрҙар асыу көнөнә лә үҙгәрештәр индереү ихтималлығы тураһында иҫкәртте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 6851 кешенең сир йоҡторғаны билдәле. Үткән тәүлектә сиреләр исемлегенә 35 кеше өҫтәлгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үлем осраҡтары юҡ. Иң мөһим бурыс – яңы уҡыу йылына бөгөнгөнән яҡшыраҡ күрһәткестәр менән аяҡ баҫыу. Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү йорттары балаларҙы етди әҙерлек менән ҡабул итергә тейеш. Рәсәй һауа юлдарын асҡан мәлдә Өфө аэропортына ла “сит илгә тәҙрә асырға ваҡыт”. Республика башлығы транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа Росавиация менән даими бәйләнеш тоторға ҡушты. Вена, Истамбул рейстарын тергеҙеү менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте йәнләндереү көнүҙәк. Аэропортта хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә Радий Хәбиров айырым иғтибар талап итте. Автомобиль юлдарында иҫерек водителдәргә ҡарата ла етди саралар мотлаҡ. Республика етәксеһе фекеренсә, туҡтатыу, штраф һалыу, административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан тыш машинаны айыҡ йөрөтөү пропагандаһы мөһим. Иҫерткес эсемлектәр һыуҙа үлем осраҡтарын арттырыуға ла килтерә. Республикала һыу инеү миҙгеле дауамында ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе белдереүенсә, үткән аҙнала төбәктә дүрт кеше һәләк булған. Ете кешене ҡотҡарыусылар һыуҙан йолоп алып ҡалған. Оператив кәңәшмәлә сүп-сар сығарыуға хаҡ күтәреү тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостанда тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Төбәк операторҙары республика етәкселегенә сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим иткән. Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн полигондар һәм сортировка станциялары эшен яйға һалыу мәсьәләһе көнүҙәк. Радий Хәбиров республика иҡтисади яҡтан ғәҙел хаҡтар буйынса фекер алышыуҙарға әҙер, тип белдерҙе.