Рәсәй Хөкүмәте өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 18 миллиард 400 миллион һум бүлде.Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, ил буйынса 718 меңдән ашыу бала түләү алырға тейеш. Башҡортостанға был маҡсатҡа 660 миллион һум аҡса бүленә. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, 23 июлгә бирелгән ғаризалар 140 меңгә еткән, уларҙың 64 меңе ҡарала. 40 мең мөрәжәғәт буйынса түләүҙәр тәғәйенләнгән, ә 31 меңе кире ҡағылған.
Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр
Тулыраҡ: Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр