Хәүефһеҙ юлдар

Тулыраҡ: Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар теркәлә. Берҙәм Рәсәй партияһының Хәүефһеҙ юлдар проекты координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байгускаров, Өфө хакимиәте һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән берлектә участокты мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү мәсьәләһен ҡараны.Юлдарҙа авариалар йыш теркәлгән урындарҙы тикшереү менән комиссия һуңғы ике йылда шөғөлләнә. Йыш ҡына уның сәбәптәре ябай. Ҡайҙалыр билдә ҡуйылмаған, йә уны ағас ботаҡтары ҡаплап тора, йә ҡояшҡа янып күренмәй, йәйәүлеләргә юл аша сығыу өсөн тәғәйен урында буяуҙар юйылған. Ғәҙәттә күп сығымдар талап итмәгән сәбәптәр асыҡлана. Ни өсөндөр етешһеҙлектәр ваҡытында бөтөрөлмәй. Шуның өсөн рейд барышында акт төҙөлә һәм башҡарып сығыу ваҡыты билдәләнә.Һупайлы биҫтәһенең был юл участкаһында ла йыш ҡына йәйәүлеләр йәрәхәт ала. Бөтә кәмселлектәрҙе юҡ итеү мөмкин түгел. Шулай ҙа Берҙәм Рәсәй партияһы вәкилдәре, башҡала хакимиәте менән берлектә, юл-транспорт хужалығы идаралығына, айырыуса мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырырға, кәрәкле яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйырға тигән бурыс ҡуйҙы.