Иглин һуғаны

Тулыраҡ: Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп һатыу электән килгән аҡса эшләү сығанағы ла. Татьяна Емельяновнаның балалары хәҙер инде үҙҙәре өлкән йәштә. Атай-әсәй эштә саҡта баҡса тулып үҫкән һуғанды утау-тәрбиәләү уларҙың иңенә төшә. Әлеге мәлдә Савичевтар иглин һуғанының бар сифаттарын һаҡлап алып ҡалып үҫтереүсе берҙән-бер ғаилә. Бала саҡта йыл һайын 6-7 тонна уңыш алһаҡ, хәҙер яйлап һуған үҫтереүҙе кәметтек, ти улар. Элек иһә иглин һуғаны һәр икенсе ғаиләнең баҡсаһында үҫһә, хәҙер яйлап кәмеүгә табан бара. Был 1937-се йылдың 9-сы майында сыҡҡан „Красная Башкирия„ газетаһындағы мәҡәләнән өҙөк. Шул ваҡыттарҙа уҡ иглин һуғанының даны бар илгә таралған булған. Һуңғы йөҙ йыллыҡтың урталарынан алып 90-сы йылдарға тиклем республик атөп һуған етештереүселәрҙең береһе була. Әле Башҡорт Дәүләт аграр университеты ғалимдары Иглин һуғанын тергеҙеү буйынса эш башлаған. Сорт яңыртылһа ла, тәүге сифаттарын һаҡлап ҡаласаҡ. Ул оҙаҡ һаҡлана, ҡоролоҡто ла, үтә дымды ла яҡшы кисерә. Әйткәндәй, яңы сорт бактерияларға бирешмәү үҙенсәлегенә лә эйә.Һуғанды үҫтереүселәр халыҡ ысулдарын да инҡар итмәй.... һуған янына кишер ултырталар, сөнки ул йәшелсәне ҡайһы бер ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлай. Әлеге ваҡытта был сортҡа патент алыуға Рәсәйҙең Дәүләт комиссиияһына ғариза бирелгән. Яңы һуған сорты ғилми тикшереү үтә.