Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль фонд республикала проблемалы йорттар төҙөлөшөн финанслаясаҡ. Улар Иглин районында урынлашҡан. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо мәсьәлә тикшерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе билдәләүенсә, киләһе ике айҙа төҙөүселәр “Яңы Булгаково” торлаҡ комплексында ике йортто файҙаланыуға тапшырасаҡ. Бынан тыш, федераль фонд Башҡортостандан тағы ла 16 ғариза буйынса ыңғай ҡарар сығарған. Был иһә 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙергә ярҙам итәсәк.
866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк
Тулыраҡ: 866 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеләсәк