Өфө районы Миловка ауыл советы биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн 86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә. Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына ҡала зыяраты төҙөү ҡарала. Төҙөлөш эҙемтәләренең ни тиклем ҡурҡыныс булыуын яҡшы белә хужабикә. Зыярат төҙөүгә баҡсасылар ғына түгел, эргә тирәләге ауыл халҡы ла ҡаршы. 85 гектар ерҙе биләйәсәк майҙан Начапкино һәм Лесная ауылдарынан бер километр алыҫлыҡта ғына урынлаша. Ауыл халҡы әйтеүенсә, зыярат урыны дөрөҫ һайланмаған. Ҡәберлектәр өсөн тәғәйен ер аҫтында шишмә сыға, улар эргәләге Ливневое күлен һәм ошо урында үҙ ағымын башлаған Горное йылғаһын һыу менән тәъмин итә. Ул ғына ла түгел, был биләмәлә һыу ер өҫтөнә яҡын аға. Яҙын улар өҫкә күтәрелә. Зыярат төҙөлөр биләмә һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Миловка ауыл советында оҙаҡ йылдар баш агроном булып эшләгән Мосауир Мәнәуир улы ла зыярат төҙөләсәк баҫыуҙарҙа июль айҙарына тиклем һыу ятҡанын хәтерләй. Ул һәм тотош ауыл халҡы төҙөләсәк зыярат санитар нормаларға тап килмәй, тигән фекерҙә. Ауыл халҡы белдереүенсә, зыярат ерен билдәләү өсөн бихисап талаптар үтәлергә тейеш. Проблеманы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ла үҙ иғтибарына алды. Бындай ҡатмарлы объекттар төҙөй башлар алдынан биләмәлә ентекле экспертиза үткәрелергә һәм был эш мотлаҡ законға ярашлы үтәлергә тейешлеген билдәләй ул. Зыярат төҙөлөр ерҙәр — федераль биләмә, ти урындағы халыҡ. Быға тиклем бында хәрби уҡыуҙар үткәрелгән. Зыярат төҙөүгә заказды мухсус хеҙмәтләндәреү комбинаты биргән, әммә ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, зыярат өсөн урынды Өфө районы үҙе тәҡдим иткән. Эргә тирәләге ауыл халҡы зыяратҡа ҡаршы хат яҙып, биш йөҙгә яҡын ҡултамға йыйған. Әлегә, йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләрен генә көтөргә ҡала. Уның ҡарары 14 көн эсендә халыҡҡа еткерелергә тейеш.
Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы
Тулыраҡ: Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы