Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Тулыраҡ: Төбәк операторҙары сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим итә

Башҡортостанда әле тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаҡтарҙы арттырыу мәсьәләһен ентекләп тикшерегә ҡушты.Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн полигондар һәм сортировка станциялары эшен яйға һалыу мәсьәләһе көнүҙәк. Радий Хәбиров республика иҡтисади яҡтан ғәҙел хаҡтар буйынса фекер алышыуҙарға әҙер, тип белдерҙе.