Башҡортостан бал етештереү сәнәғәте буйынса халыҡ-ара проектты бойомға ашырырға әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров “Отрада” компаниялары төркөмө акционерҙары һәм Франция инвесторҙарын ҡабул итте. Осрашыуҙа төбәктә экспорт йүнәлешле бал етештереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Инвестиция проектына ярашлы киләһе биш йылда Башҡортостанда 50 мең күс нигеҙендә бал етештереү базаһын булдырыу, балдың халыҡ-ара аккредитациялы сифат лабораторияһын асыу һәм Европа менән Азия илдәренә һатыуға умартасылыҡ тауарҙарын етештереүҙе яйға һалыу ҡарала. Проектты бойомға ашырыусылар шулай уҡ урта рус бал ҡортоноң башҡорт популяцияһын үрсетеү һәм башҡорт балы брендын танытыуҙы күҙ уңында тота. Компания Рәсәйҙә күптән эшләүгә ҡарамаҫтан Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыласаҡ проект умартасылыҡ өлкәһендә тәүге өлгө.
Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.
Тулыраҡ: Башҡортостан бал етештереү буйынса проектты бойомға ашырырға әҙерләнә.