Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

Тулыраҡ: Ишембай машина эшләү заводында хәрби транспорт төҙөкләндерелә

Ҡала паркында ул 30 йыл торғандан һуң урындағы хакимиәт, ниһәйәт, уны яңыртырға ҡарар иткән. Ишембай машина эшләү заводы хәрби техника етештереүе менән бөтә илгә билдәле. Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында ул 2 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлы транспорт етештергән. Әле иһә Рәсәй оборона министрлығы заказы буйынса сылбырлы тәгәрмәсле транспортер бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Арктикаға юлланырға әҙер.Ҙур техника араһында бәләкәй генә хәрби машина шунда уҡ күҙгә салына. БРДМ -1 машинаһын төҙөкләндереү бөтә завод эшселәре өсөн оло мәртәбә. Афған һуғышын үткән транспортты яңыртыу һәр кемгә тулҡынландырғыс. Заводта 38 йыл эшләгән Ғәмил Шәриғин беҙҙең быуын өсөн айырыуса әһәмиәтле, ти. Тап ошо йылдарҙа ул үҙе лә хәрби хеҙмәткә алына.Афған һуғышы тамамланғас, Ишембай десантниктары һәләк булып ҡалған яҡташтарының хәтерен мәңгелләштерергә маҡсат ҡуя һәм Ленин майҙаны эргәһендә мемориаль комплекс барлыҡҡа килә. Ә иң тәүҙә бары тик иҫтәлекле таҡта ғына ҡуйыла һәм бер нисә таш өйөмө һалына. 1994 йылда Пермь ҡалаһынан БРДМ машинаһы килтерелә.БРДМ машинаһы 30 йыл тирәһе Ленин майҙанында тора. Йылдар дауамында техника бер аҙ иҫкергән һәм хәҙер ул төҙөкләндереү эштәрен үтә. Ленин майҙанында БРДМ машинаһы эргәһендә Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең исемдәре менән таҡтаташтар урынлаштырыласаҡ. Ветерандар берлегендә 125 кеше һәм йыл һайын улар тап ошо күнеккән урында, хәҙер яңынан төҙөләсәк мемориаль комплекс эргәһендә осрашасаҡ. Хәрби машина урыны әҙер. Оҙаҡламай ул урынлаштырыласаҡ. Ленин майҙанының иң иҫтәлекле урыны булыр, тип көтөлә. Ғөмүмән, майҙанды төҙөкләндереү сентябрҙә тамамланасаҡ.