Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү менән тәүгә шөғөлләнә.Бар ғүмерҙәрен тиерлек Себер тарафтарында үткәргән Филипповтар хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Өс йыл элек участок һатып алып йорт һалып инә. Хәҙер был урын балаларҙың да, туған-тыумасаның да яратҡан урыны. Баҡсала груша, сейә, алмағас ултыртылған. Йәш емеш ағастары быйыл беренсегә мул уңыш менән һөйөндөрә.Алманан нимә генә эшләмәй уңған хужабикә...Бар ғаиләгә етерлек ҡышҡы аҙыҡ әҙерләй. Емеш киптерелә, туңдырыла.... һәм әлбиттә әҙерәк ҡайнатма ла яһала. Олғая килә тыуған яҡ һағындыра, ер эше менән булышыу ҙа үҙе бер мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләнә. Үҙең тәрбиәләп үҫтергән йәшелсә-емештең дә тәме бөтөнләй икенсе, ти хужа.Икенсе йорт хужаһы — Галина Петровна, быйыл баҡса тулып ултырған сейәләрен ҡайҙа итергә белмәй. Был емештән хужабикә нимә генә эшләмәй. Киптерә, туңдыра, тәмле ҡайнатмалар әҙерләй. Тосон алыу өсөн махсус ысулы ла бар.Тостары алынған сейәләрҙән хужабикә хуш еҫле ҡаҡ әҙерләй. Ҡышын әскелтем емеш ҡағы йәйҙе хәтерләтә.Өҫтәлгә ҡуйылған бар һый-хөрмәт сейәнән яһалған. Ошо емештән генә ҡышҡылыҡҡа әллә ниҙәр әҙерләргә мөмкин. Иң мөһиме теләк һәм ныҡышмаллылыҡ булһын, ти баҡсасы.
Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә
Тулыраҡ: Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә