Йүнсел йүнен таба

Тулыраҡ: Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ.

Ә бында... бәшмәктәр. Былары әҙер тиһәң дә була, үҫеп еткәндәр. Ә былары бәләкәй генә. Бер аҙнанан йыйырға мөмкин.Бәшмәктәрҙе үҫтереүселәрҙе йыш осратмаҫһың. Бик ҡыҙыҡ шөғөл, әммә үҙ ҡатмарлыҡтары бар, иғтибарлыҡ һәм түҙемлек талап итә.Әлфиә Йыһанбаева һөнәре буйынса педагог, Ҡанаҡай ауылы балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй, ә буш ваҡыттарында балалары менән хәләл ефетенә ярҙам итә.

Бәшмәктәрҙе үҙебеҙ ҙә яратып ашайбыҙ, ти Әлфиә Йыһанбаева.Йыһанбаевтар ғаиләһе был кәсеп менән бер йыл элек шөғөлләнә башлай. Тәүҙә айына 300 кг уңыш йыйһа, хәҙер иһә 5-р тоннаға етә. Ишембай районының 4 ауылында бәшмәк плантацияһы йәйелдерелгән.

Иң мөһиме бөтә шарттар ҙа ҡулайлы булырға тейеш, ти кәсепсе. Бәшмәктәр өлгөргәс тә, ваҡытында йыйып алыу зарур. Йәшниктәргә эшләпәләрен өҫкә ҡаратып тултырғас, урында уҡ һатыуға сығарыр өсөн үлсәп әҙерләнеп тә ҡуйыла. Бәшмәк үҫтереүҙең бар нескәлектәре менән Альфред Йыһанбаевтың балалары ла таныш.Эре, матур шампиньондар магазин һәм кафе-ресторандарға таратыла. Йыһанбаевтар ғаиләһе кәсепте артабан да киңәйтергә, һары бәшмәк үҫтерергә ниәтләй.