Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу. Коронавирус эҙемтәләре менән ҡурҡыныс. Сирҙән ҡотолоп, һауыҡҡан осраҡта ла, тотош организмдың тулыһынса элекке хәленә ҡайтыуы өсөн байтаҡ ваҡыт һәм оҙайлы реабилитация талап ителә. Шуға ла төбәктә битлек режимы туҡтатылмай, киреһенсә, көсәйтелә генә. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү — һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала.
Коронавирус сигенергә ашыҡмай
Тулыраҡ: Коронавирус сигенергә ашыҡмай