Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып 122 урында тәбиғи янғын сыҡҡан. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 30 янғынға аҙыраҡ.