Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Тулыраҡ: Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан күп функциялы үҙәккә көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә, ҡаршыла ғына стоматология поликлиникаһы, яҡында бизнес үҙәк, магазиндар. Машинаға урын табыр өсөн бинаны бер нисә тапҡыр урап сығырға кәрәк, ә тәғәйен булмаған урында машинаңды ҡалдырһың йәһәт кенә килеп алып китеүҙәре ихтимал.Бәғзе берәүҙәр парковка өсөн түләргә лә әҙер, машинаны ҡалдырырға урын ғына булһын. Шуға күрә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе законлаштырырға тәҡдим итә.Закон проектына ярашлы, машинаны 20 минутҡа бушлай ҡалдырырға мөмкин. Ә спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм дәүләт учреждениелары биналары эргәһендә был ваҡыт 1 сәғәткә тиклем оҙайтыла. Киске сәғәт 9-ҙан һуң, ял һәм байрам көндәрендә парковкалар түләүһеҙ, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар өсөн дә түләү ҡаралмаған.Әммә яңы закон проекты менән риза булмаусылар ҙа бар. Уларҙың фекеренсә, парковкаларҙы түләүле итеү юлдарҙағы машиналарҙы кәметмәй. Әлегә түләүһеҙ парковкаларҙа урын табырлыҡ түгел. Водителдәр автомобилдәрен икенсе рәткә, йәиһә тап юл ҡағиҙәһе билдәһе эргәһенә ҡуйып йыш ҡағиҙәләрҙе боҙа.Өфөләге Ҡарауанһарай эргәһендә парковка күптән бар, тәүге 20 минут бушлай, артабан һәр сәғәт 100 һум. Был шәхси парковка, шуға ла, бәлки, ҡыйбатыраҡтыр. Шуның өсөн дә, моғайын, күп водителдәр үҙҙәренең машиналарын юл байында ҡалдырыуҙы хуп күрә.Бөтә парковкаларҙы ла түләүле итеп, күп фатирлы йорттар ихатаһы машиналар менән тулмаҫмы? Депутаттар фекеренсә, был закон шулай уҡ башҡала үҙәгендә эшләүселәрҙе йәмәғәт транспортында йөрөргә этәрә. Закон прокетының бөтә нескәлектәре лә әле аныҡ ҡына билдәле түгел, көҙөн ул тағы ла ике уҡыуҙы үтергә тейеш, һуңынан ҡабул ителгәс, бер ай алдан ниндәй парковкалар өсөн түләү индерелеүе хаҡында хәбәр ителәсәк.