Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик Хеҙмәт геройы дәрәжәһенә эйә 30 хеҙмәткәр һөнәре буйынса төҙөүсе. Радий Хәбиров тармаҡ бөгөн дә үҫеш тиҙлеген кәметмәй, йылына миллионлаған квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла, яңы ҡоролған эре социаль объекттар һаны биш тиҫтәнән дә кәм түгел, тип белдерҙе. Киләһе йылда ла 40-тан ашыу социаль ҡулланыштағы бина төҙөү көтөлә.Төҙөлөштә тиҫтә йылдарса фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ватандаштарыбыҙ араһында төҙөлөш тармағы ветерандары, эре һәм кесе предприятие етәкселәре, ябай ташсылар, крансылар, монтажсылар, водителдәр бар. Тармаҡта ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатмай. Алһыу Уразаеваның хеҙмәт стажы 17 йыл. Термоизоляция участкаһы бригадиры биналарҙы йылытыуға бәйле эшенә кешелек сифаттары менән дә тоғро. Төҙөүсе һөнәрен һайлағанына үкенмәй. Бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе исеменә лайыҡ.
Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй
Тулыраҡ: Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй