Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып һуғыуға төштө. Әле эштәрҙең яртыһынан күбеһе теүәлләнгән. Бында ла хужалыҡтар тап ужым культураһына өҫтөнлөк бирә. Сөнки, ул ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан яҡшы уңыш бирә.
Көйөргәҙе — республикабыҙҙың көнъяҡ райондарының береһе. Ямғыр бында бик һирәк яуа. Икенсе йыл инде төбәктә ҡоролоҡ күҙәтелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйыл төбәктә ярайһы мул уңыш алалар. Ауыл эшсәндәре иртәнән ҡара кискә тиклем комбайндарҙа киң баҫыуҙарҙы иңләй. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырғанын яҡшы аңлай улар. “Усманов” крәҫтиән-фермер хужалығының 3 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар. Предприятие быйыл 800 гектарҙа ужым культураһы сәскән, уның яртыһынан күбеһен урып алғандар. 1 мең ярым гектарҙы ярауай культуралар биләй. Уларҙан һолоно йыйыуға төшкәндәр. “Мәжитов” крәҫтиән-фермер хужалығы ла маҡтанырлыҡ күрһәткестәргә ирешә. Бында 6 мең гектарҙан ашыу майҙан үҫемселек өсөн тәғәйенләнгән. Предприятие уңғандары ужым культураларын урып, келәттәргә тултырып ҡуйған да инде. Көйөргәҙелә 134 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ер бар. Шуларҙың 57 мең гектарҙан ашыуы ҡуҙаҡлы һәм бөртөклө культураларға бүленгән. Хужалыҡтар дөйөм ужым культуралары баҫыуҙарының 70 процентында эштәрҙе тамамлаған. Ҡайһы берәүҙәре хәҙер яҙғы бөртөклө культураларҙы йыйыуға төшкән. Башҡортостанда ураҡ эштәре ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ужым культураларының яртыһынан күбеһе сабылған. Барлығы хужалыҡтар 410 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған. Республика буйынса уртаса гектар ҡеүәте – 28 центнерҙан ашыуыраҡ.