Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

Тулыраҡ: Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75 кешегә ярҙам күрһәтелгән. Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда тиҙ ярҙам вертолеттарына ихтыяж ҙур. Республикала әле ғәҙәттән тыш хәлдәр осраҡтарында авиация ярҙамында Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана ғына медицина ярҙамы күрһәтә.