Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша. Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа идаралығына буйһондора. Шартына килтереп төшөрөлгән рәсемдең бында ғәмәли өлгөһө етештерелә. “Сириус” белем биреү үҙәге өлгөһө буйынса асылған “Аврора” талант үҫтереү үҙәге ярты йыл элек кенә асылыуына ҡарамаҫтан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында танылыу яулап өлгөрҙө. Сочи белгестәрен Башҡортостан педагогтарының индустриаль партнерҙар менән эш тәжрибәһе, үҙәкте тамамлаусылар менән бәйләнеш ысулдары һәм дистанцион белем биреү асышы ҡыҙыҡһындыра. Семинарҙа ҡатнашыусылар Башҡортостанда һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса төбәк үҙәгенең эш стратегияһын билдәләй. Был йәһәттән “Сириус” эксперттары туплаған тәжрибәһен уртаҡлаша. 2015 йылдан алып “Сириус” белем биреү программалары буйынса Башҡортостан мәктәп уҡыусыларының 800-ө әҙерлек үткән. Һәләт асыҡлау эшен фән, спорт һәм сәнғәт йүнәлештәрендә алып барған “Аврора” үҙәге иһә республикала йәшәгән һәр бала өсөн асыҡ. Аврораның Сириус проекттары сиктәрендә ойошторған программаларында мәктәп уҡыусыларынан тыш һәләтле йәштәр ҙә ҡатнаша. “Сириус. Йәй. Үҙ проектыңды башла” йүнәлеше буйынса улар Рәсәй фәнен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен бойомға ашырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Был программала ҡатнашырға бөгөнгә 70 кеше теләк белдергән.
“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә
Тулыраҡ: “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә