Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

Тулыраҡ: Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине.