Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын тарҡылағандан һуң ир кеше ремонт кәрәк тигән һығымтаға килә.Пластик тәҙрәләр ремонтлаусы компания хеҙмәткәрҙәре башҡарған эш ысынында 2 мең һумлыҡ та түгел тигән фекерҙә Валенитина Рогозинаның улы. Пенсионер кешене алдағандар тигән фекерҙә улар.Зыян күреүселәр полицияға ғариза яҙғансы, беҙ шикле фирманы табып үҙ тикшереүебеҙҙе үткәрергә булдыҡ. Офис ҡала уртаһындағы бизнес үҙәктәрҙең береһендә урынлашҡан. Беҙҙең ижади төркөмдө күреп фирма етәксеһе Илназ Хәкимуллин аптырашта ҡалды. Муитлашыуҙар тураһында һораша башлағас йәш кеше тулҡынланыуын йәшерә алманы, шулай ҙа ғәйебен танырға ашыҡманы. Күрше Удмурт республикаһында яңыраҡ ҡына ошондай уҡ фирмаларҙың береһендә тентеүҙәр үтте. Пенсионерҙарҙы алдауҙа бизнес ҡорған енәйәти төркөм ҡулға алында. Мутлашыусыларҙың эш алымы бер үк, башта колл-үҙәктән шылтыратып ярҙам тәҡдим итәләр, әлбиттә бушлай. Клиенттың ышаныусан икәнен һиҙемләп ҡалһалар шунда уҡ эшсе ебәрелә. Тәҙрәгеҙ төшөп китеүе ихтимал йә йортоғоҙҙа янғын сығыуы бар. Ошоноң кеүек ҡурҡытыу алымы клиенттарҙың йомартлығын арттыра һәм ололар шунда уҡ ҙур сумманы сығарып һалырға ризалаша. Эшҡыуар Хәкимуллин үҙен мутлашыусылар рәтенә индермәй, әммә Валентина Прокофьеванан артыҡ ҙур хаҡ алғандарын да йәшермәй. Камера алдында яуап тотҡандан һуң бөтә сумманы пенсионерға кире ҡайтарып биргәндәр. Шулай ҙа башҡа зыян күреүселәр табылған осраҡта хоҡуҡ һаҡсылары һорауҙарына ла яуап бирергә тура киләсәк эшҡыуарға.
Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә
Тулыраҡ: Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә