Пенсия таратып йөрөүсе ҡатынға күп ҡатлы йорттоң подьезында билдәһеҙ кеше күҙ йәше сығарыусы газ һибеп сумкаһын тартып ала.Буш сумканы полиция хеҙмәткәрҙәре күрше йорт ихатаһында таба. Тиҙҙән енәйәтсе лә ҡулға алына. 38 йәшлек ир ғәйебен таныған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, почтальон уның атаһына пенсия килтергән булған. Ир урланған аҡсаның бер өлөшөн тотоноп өлгәргән булған. Почтальонға һөжүм итеү һәм аҡса урлау эше буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Кумертауҙа почтальонға һөжүм иткәндәр
Тулыраҡ: Кумертауҙа почтальонға һөжүм иткәндәр