Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре пиротехника һатыу нөктәләрен тикшерә

Тулыраҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре пиротехника һатыу нөктәләрен тикшерә

Салют, ракеталар осороу, бенгал шәмдәрен яндырыу тамашалары менән ымһындырған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Тап ошо мәлдә пиротехника ҡулланып бәхетһеҙ осраҡтарға тарыу хәүефе лә янай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре шартлатҡыстарҙы дөрөҫ файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә һәм пиротехника тауарҙарын һатыу нөктәләрен тикшерә. Пиротехника тауарҙары 5 класҡа бүленә. Ирекле сауҙала тәүге өс класс өлгөләрен генә һатыу рөхсәт ителгән. 4-се, 5-се класс иһә һөнәри пиротехника, уны һатыусының махсус лицензияһы, ә ҡулланыусының пиротехник танытмаһы булырға тейеш. Хәйер, көнкүреш өлгөләрен файҙаланыу ҙа тәүге әҙерлекте талап итә. Марат Байбурин был йәһәттән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре меннә таныш. Йыл да Яңы йыл байрамы алдынан ул пиротехника ҡумталарын ентекләп һайлап, көнэлгәре алып ҡуя. Һаҡлар урын тәғәйенләнгән, һатыусының да ышаныслыһы мөһим, ти.Тикшереү үткәреләсәге магазиндарға алдан билдәле, был закон талабы. Рейд барышында тауар тамғаларының техник регламент талаптарына яуап биреүе, ҡумталарҙың төҙөклөгө, пиротехника ҡорамалдарын файҙаланыу ваҡыты оҙайлығы, шулай уҡ һатыусы ойошманың тейешле документтары тикшерелә. Рейд барышында пиротехника һатыуға ҡағылышлы закондарҙың теүәл үтәлеше генә асыҡланды. Магазиндар айырым бинала урынлашҡан, уларҙа хәүефле тауар күмәртәләп һаҡланмай, 16 йәштән кесерәктәргә бындай тауар һатылмай, пиротехника өлгөләренең сифат-дәрәжәһе һатып алыусының талабы буйынса махсус яҙмала ғына күрһәтелә, һатыусы ғәҙәттән тыш хәл осрағында янғын һүндереүсе приборҙар менән эш итергә белә. Байрам тантаналарын салюттан башҡа үткәрмәгәндәргә иһә пиротехниканы ышаныслы урындарҙан ғына һатып алырға кәңәш итәһе ҡала.