Сараның маҡсаты – браконьерҙарҙы асыҡлау, һунарсыларҙың рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшереү, биләмәләрҙе һаҡлау. Йыл башынан браконьерҙар 35 мышыны, 9 боланды, 15 ҡыр сусҡаһын, 8 ҡуянды һәм 2 төлкөнө атҡан. Был асыҡланған ғына сораҡтар. Был һунарсылар ҡыр сусҡаһын ауларға иҫәп тота. Әммә, тәртип буйынса тәүҙә документтарҙы барлап сығыу мотлаҡ. Һунарсылар үҙҙәре менән һунарсы билеты, мылтыҡҡа, теге йәки был йәнлекте атыуға рөхсәт, шулай уҡ, лицензия алып йөрөргә тейеш. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы теүәлләгәс, һуңынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре аңлатыла. Белгестәр әйтеүенсә, һалҡындар төшөү менән браконьерҙар әүҙемләшә. Улар бигерәк тә, ҡыр сусҡаһы, мышы һәм боландарға һунар итә. Был юлы рейд барышында браконьерҙар асыҡланманы. Осраған һунарсыларҙың да кәрәкле документтары бар ине. Рейдтар барышында республикала 44 законһыҙ һунар итеү осрағы асыҡланған. Браконьерҙар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, штраф күләме йөҙәр мең һумға баһалана. Тәбиғәтте һәм ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында белгестәр төрлө саралар күрә. Мәҫәлән, һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡыштарын кейектәр өсөн махсус туҡланыу урындары эшләнә. Уларҙы көн һайын егерҙәр бесән, иген һәм тоҙ менән тәьмин итә. Башҡортостанда әлегә тояҡлы хайуандарҙы, ҡарағай урманы кейектәрен, төлкө, ҡуян, бүреләрҙе ауларға рөхсәт ителгән. Шул уҡ ваҡытта, законһыҙ һунар итеүселәрҙе асыҡлау маҡсатында рейдтар көсәйтелә. Был эштә белгестәргә осоу апараттары ла ярҙам итәсәк.
Башҡортостанда законһыҙ һунар итеү осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдтар үтә
Тулыраҡ: Башҡортостанда законһыҙ һунар итеү осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдтар үтә