Хаҡтарҙың күтәрелеүе һәм ашламаларҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыуҙы арттырыу иҫәбенә сығымдарҙың 20 процентҡа үҫеүе көтөлә. 2016-сы йылда 3 миллион 141 мең гектарҙа сәсең эштәре башҡарыласаҡ. Ауыл хужалығы министрлығы сәсеү майҙандарының структураһын яңынан ҡарап сығырға һәм ҡуҙаҡлылар, шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүгә иғтибар итергә саҡыра. 2015-2016 йылдарҙағы ремонт эштәре миҙгеле барышында республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм МТС-да 14 400-ҙән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһын, йөк машиналарын һәм бик күп тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналарын, ҡоралдарҙы ремонтлау ҡаралған.
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға киләһе йыл 8 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк
Тулыраҡ: Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға киләһе йыл 8 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк