Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға һикереп һәләк булғанын күптәр белеп тә бөтмәй. Әлеге мәлдә ошо уҡ шөғөл менән мәшғүл булған егет үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанын бәлки аңламайҙыр ҙа. Йылға таҙартылмаған, уның төбөндә консерва банкалары, ватыҡ шешә ярсыҡтары ла булыуы ихтимал. Әммә “Һыу инергә ярамай” тигән билдә ҡуйылһа ла, Йүрүҙән буйында кеше бихисап. Махсус йыһазландырылмағас, яр буйында контейнерҙар ҙа юҡ. Тимәк, туристар артынан шунда уҡ сүп-сар ятып ҡала. Ә бит Янғантауҙа ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелгән биология, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары комплексы урынлашҡан. Рәсәйҙәге тәүге геопарктың биләмәһендәге, шул иҫәптән, тыуған яҡтарының экологияһы урындағы халыҡты ныҡ борсой. Тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр һәм эргәләге “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ көстәре менән шәмбе өмәләре ойоштора.Конкурстың маҡсаты — “Янғантау” геопаркы биләмәһендә сүп-сар йыйып, тәртипкә килтереү. Аҙаҡ таҙартылған урынды фото йәки видеоға төшөрөп, “Ни өсөн мин был йылғаны яратам” тигән һорауға яуап өҫтәп, геопарктың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә ебәрәрегә генә кәрәк. Еңеүселәрҙе Йүрүҙән йәки Әй йылғалары буйлап һалда ағыу көтә.Йүрүҙән буйындағы хозур тәбиғәт менән һоҡланғанда, ошондай күренештәргә тап булыу, әлбиттә, күңелде ҡыра. Яр буйын төҙөкләндереү урынына, “һыу инергә ярамай” тигән яҙыу ғына ҡуйылған. Әммә хатта был плакат та йыртылып төшөп, тирә-яҡты йәмһеҙләп тора. Валерий Фазлетдинов менән Ҡәүей Рәхимйәнов Өфөлә йәшәһәләр ҙә, тыуған яҡтарына йыш ҡайтып торалар. Юлдан үтеп барғанда был матурлыҡ үҙенә саҡырып уҡ тора, әммә яҡындан килеп ҡараһаң, бында ял итеү теләге шунда уҡ юғала, ти улар. Беҙ ҙә ошо һорау менән муниципалитетҡа мөрәжәғәт иттек. Район хакимиәте башлығы отпускала булыу сәбәпле, уның урынбаҫары ҡаршы алды. Тик ул беҙҙең һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты. Асыҡланыуынса, Салауат районында махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары бөтөнләй юҡ. Был проблеманы контролдә тотабыҙ, бәлки киләһе йылға хәл итербеҙ, тип вәғәҙәләнеләр район хакимиәтендә.
Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай
Тулыраҡ: Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай