Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна эсендә был ҡыҙғаныс хәлде бөтөрөү йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә ҡуша. Миллионлы ҡаланың йөҙө лә бөхтә, урам юлдары ла төҙөк булырға тейеш. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәйелгән төҙөлөш һәм юл төҙөкләндереү эштәренә ҡағылышлы уңайһыҙлыҡтар тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре урынлы, Радий Хәбиров башҡала хакимиәтенә ошо уңайҙан да йөкләмә бирҙе. Идара итеү йөкләмәләрҙең үтәлешен мотлаҡ тикшереүгә нигеҙләнә, тип Республика башлығы Контроль идаралығына Өфө, Салауат Стәрлетамаҡта подъездарҙа дезинфекция үткәреү сифатына иғтибар итергә ҡушты.Йәнә бер кисектергеһеҙ мәсьәлә – берҙәм дәүләт имтиханында белем кимәлен йөҙ бал күләмендә күрһәткән уҡыусылар әҙерләгән педагогтарҙы бүләкләү. Имтиханда йөҙ балл йыйған эштәр һаны быйыл 127, мәктәп тамамлаған өс кеше имтиханды бер нисә фәндән йөҙ балға тапшырған. Республика башлығының апрель айында ҡул ҡуйған ҡарарына ярашлы, 50 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә 106 уҡытыусы дәғүә итә. Радий Хәбиров был түләүҙәрҙе август айында уҡ башҡарырға ҡушты. Республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары ла дәүләт ярҙамына иҫәп тота. Үткән осорҙа тармаҡта кейем һәм туҡыма әйберҙәре етештереү күләме артҡан. Был ЮНИДО ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү, төбәктә берҙәм мәктәп формаһы индереү пилот проектын бойомға ашырыу һәм коронаривус инфекцияһына бәйле пандемия осоронда шәхси гигиена сараларын тегеүҙе яйға һалыу менән дә бәйле. Бөгөнгә келәттәрҙә 500 мең күп ҡулланышлы битлек тупланған. Республикала ковид-госпиталдәр өсөн 8 компьютер томографы һатып алынған. Шулайҙың икәүһе ҡулланышта, ҡалған алтыһы сентябрь аҙағында эшләй башлай. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министры белдерҙе. КТ тикшеренеүҙәргә килгәндә республикала иғтибарға лайыҡ мәғлүмәт теркәлгән. Өфөлә генә үпкәһен ҡаратырға килгән 70 кешелә яман шештең башланғыс мәле асыҡланған. Хәҙер был пациенттарҙың, ваҡытында дауалай башлап, ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Коронавирус буйынса иһә республика билдәле яҫылыҡҡа өлгәшкән. Максим Забелин үткән өс аҙнала үҫеш темпы тәүлегенә 35-36 осраҡтан артмаған, тип белдерҙе. Пневмония осраҡтары ла кәмегән. Тап ошо мәлдә битлек режимын һаҡлау, социаль дистанцияны тотоу, халыҡ күмәк йыйылған сараларҙы сикләү мөһим.