Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

Тулыраҡ: Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19 күҙаллау буйынса проект офисы етәксеһе, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин белдереүенсә, битлек режимы мотлаҡ үтәлергә тейеш. Хатта кибеттәрҙә һатылған ҡағыҙ битлектәр ҙә вирустан һаҡлай, тине ул Рәсәй 24-Башҡортостан телеканалы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә.