Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Тулыраҡ: Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы донорға 600 миллилитр ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә айырма шунда — улар коронавирус менән ауырыусылар өсөн плазма тапшыра. Коронавирус үткәргән кешеләрҙҽң организмы ҡанында ауырыуға ҡаршы тороусы айырым матдәләр эшләп сығара. Әгәр уларҙы ауыр хәлдәге сирлеләргә индерһәң, был матдәләр иммунитеттары көсһөҙ булған пациенттарға ярҙам итә. Был дауалауҙың бер ысулы булып тора. Вячеслав Гомолко короновирус сире тураһында ишетеп кенә белмәй. Сиргә улар бөтә ғаиләһе менән дусар була. Почетлы донор исемен йөрөткән ир-уҙаман был юлы үҙе кеүек сирлеләргә ярҙам итергә теләй.Ә ҡайһы берәүҙәр ковид-19 сирен кисергәнен бөтөнләй белмәй. Дмитрий исемле егет шундайҙар рәтендә. Республика ҡан тапшырыу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә плазма әҙерләүҙе май айында уҡ башлаған. Плазманы сирлегә биргәнгә тиклем ул бөтә төр вирустарҙан таҙартыу үтә.Бер нисә йыл элек ҡан тәғәйен пациентҡа барып еткәнгә тиклем бер нисә ай карантинда булһа, хәҙер инде юғары технологиялы аппараттар ярҙамында плазма сирлегә икенсе көнөнә үк индерелә.Коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табылғанға тиклем, плазма ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауалауҙа ҡулланылған альтернатив алым. Әлеге мәлдә ковидҡа ҡаршы плазма 500 сирлегә бирелгән. Шуларҙың 300-ө һауығып сыҡҡан. Ә ҡалған 1200 доза әле махсус пробиркаларҙа һаҡлана. Әйткәндәй, бер кешегә уртаса ике доза тотонола. 600 миллилитр күләмдә тапшырған ҡан өсөн донорға 5 мең һум аҡса ла ҡаралған.