Билдәле булыуынса, ул быйыл Торатауға барып төбәкләнде. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы эргәһендә ҡыҙыу әҙерлек эштәре бара. Ҡыш бабайға хаттар ҙа килә башлаған. 5 йәшлек Гөлсөм хәрефтәрҙе таный башлағас та, Ҡыш бабайға теләктәрен үҙ ҡулдары менән яҙып ебәрергә булған. Әсәһе ярҙамында, әлбиттә. Бергәләп хат яҙыу балала “өлкәндәр ҙә тылсымға ышана” тигән тойғо уяна. Икенсенән, ата-әсәйҙәргә сабыйҙарының иң йәшерен хыялдарын белергә ярҙам итә. Ике йәшлек Исмәғил дә апаһына ҡарап, Ҡыш бабайға һүрәт төшөрә. Үҙ ҡулдары менән почта бүлексәһенә барып хатты тапшырыу ҙа ғаилә йолаһына әйләнгән. Гөлсөм Ҡыш Бабай менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә, уға арнап шиғыр ҙа әҙерләгән. Бәләкәстәр һис шикһеҙ мөғжизәгә ышанһа, сәсенә сал ҡунған өлкәндәр ҙә Яңы йылда хыялдарҙың тормошҡа ашыуын теләй. 70 йәшлек Ишбикә инәй балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән ҡышҡы байрамды ҙур өмөттәр менән көтөп ала. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының почта бүлексәһендә көнөнә 60-лап хат алалар. Кем нимә һорағаны теркәлеп бара. Кеҫә телефоны, ноутбук, ҡурсаҡ кеүек шәхси әйберҙәр теләү менән бер рәттән, яҡындарын хәстәрләгән балалар ҙа бихисап. Ҡаты сир менән ауырып, һаулыҡтың ҡәҙерен бәләкәйҙән аңлаған ҡыҙҙың хатын уҡығандан һуң күҙҙәр йәшләнде, ти почта хеҙмәткәрҙәре. Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Санкт-Петербург ҡалалары, Красноярск крайы – бында республиканан ғына түгел, бөтә илдең төрлө тарафтарынан көн һайын хаттар килә. Әлегә 500 тирәһе йыйылған. Улар барыһы ла Ҡыш бабайға тапшырыла. Билдәле булыуынса, башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе Торатау итәгендә урынлаштырыла. Яңы йыл каникулдарында бында республика халҡы һәм күрше төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға күңел асыу программалары тәҡдим ителәсәк. Тау итәгендә әҙерлек эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында әкиәт ҡаласығы төҙөйәсәктәр. Башҡорт Ҡыш бабайы өсөн ысын тирмә лә ҡорола. Ҡыш бабай үҙе Торатауға 25 декабрь килеп етергә тейеш. Әйткәндәй, Ҡыш бабайҙың Башҡортостандағы резиденцияһы йылдан-йыл урынын алмаштырып торасаҡ. Шуға быйыл теләктәрегеҙ яҙылған хатығыҙҙы: Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Ҡыш бабайға – адресына яҙып ебәрә алаһығыҙ. Мөғжизәләр әкиәттә генә түгел, уға ышанғанда көндәлек тормошта ла хыялдар бойомға аша.
Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе ҡорола
Тулыраҡ: Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе ҡорола