Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Тулыраҡ: Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә әүҙем эш алып барған. Ир ҡулға алынған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның фатирындағы компьютерҙа террор ғәмәленә әҙерләнеүе тураһында мәғлүмәт, шартлатҡыстар әҙерләү тураһында видеояҙма табылған.