Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Тулыраҡ: Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға әҙерләнә. Әлеге көндә төҙөүселәр свай ҡағыу менән мәшғүл. Төҙөлөш объектының хаҡы 800 миллион һум. Хәйриә ярҙамын йыйыу дауам итә. Нюта Федермессер эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Хәстәрлек төбәге” проектын бойомға ашырыру буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Бөгөн иһә хәйриә фондын ойоштороусы Башҡортостандың социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларының пандемия осорондағы эше менән танышырға ниәтләй.