74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө. Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына алып килеп тишергәс шаҡ ҡатты.Ир 2016-сы йылда водитель таныҡлығынан бер тапҡыр мәхрүм ителгән була. Ике йыл элек иҫерек килеш руль артына ултырып авария эшләй һәм язаға тарттырыла. Әсә һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәй тигәндәй, ир тағы ла спиртлы эсемлек ҡулланып автомобилгә ултыра. Наркология диспансерына бер-нисә тапҡыр килеп эләгеүселәрҙе хәҙер иһә йөҙҙәренән таныйбыҙ, ти табиптап.Юл хәрәкәте хәүефһеҙледе дәүләт инспекцияһы сменалап киске һигеҙҙән иртәнге һигеҙгә тиклем дежурға сыға. Таңғы дүттән иртәнге етегә саҡлы иң ҡыҙыу мәл, ти инспекторҙар.Йыш ҡына руль артына наркотик матдә ҡулланып ултырыусылар ҙа осрай. Улар менән иһә эш тағы ла ҡатмарлыраҡ, сөнки беренсе ҡарауҙан ғына нимә ҡулланғанын асыҡлап булмай. Күрәләтә ауған ағас өҫтөнә машина менән барып менгән ир ҙә был хәлдә һауа торошон ғәйепләй. Сираттағы төнгө автоһәүәҫкәр Дим биҫтәһендә йәшәгән дуҫтарынан ҡайтып килә. Инспекторҙар уны светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үткән өсөн туҡтатҡан. Ни өсөн эскән килеш руль артына ултырыуын йәш кеше аныҡ ҡына әйтә алманы.Өфө буйынса иҫерек килеш руль артына ултырыусылар күберәк Инорс, Черниковка, Шаҡша биҫтәһендә йышыраҡ осрай. Өфө Шоссеһы урамыюл инспекторҙарының эскән килеш руль артына ултырғандарҙы „ФИЛЬТРЛАУ„ урыны. Бындай алым шәп һөҙөмтә бирә.Төнгө сәғәт өс. Эш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Гаи хеҙмәткәрҙәре һәр бишенсе автомобилде туҡтата. Сөнки ял көндәре иҫрек килеш руль артына ултырыусыларҙың һаны икеләтә арта.Өфө Шоссеһы урамында барған „фильтырлау„ алымы һөҙөмтәне оҙаҡ көттөрмәне.Яндекс-таксиҙың юлдың әле һул, әле уң яғына сығып хәрәкәт итеүе инспекторҙарҙа шик уятты. Водитель беҙҙе эсмәнем, тип ышандырырға тырышһа ла, инспекторҙарға дөрөҫөн һөйләп бирергә тура килде.Һуңғы ете айҙа ғына административ яуаплылыҡҡа эскән килеш руль артына ултырған 2000 –гә яҡын водитель тарттырылған.Шулай ук наркотик матдәләр ҡулланып тотолоусылар наркологка иҫәпкә ҡуйыла, һуңынан эш прокуратураға тапшырыла. Ә транспорт йөрөтөүсе бер йыл эсендә наркотик матдәләр ҡулланып икенсе тапҡыр эләкһә, енәйәт эше асыла. Рейд иһә юлдарҙа тәртип юҡлығын күрһәтте.
Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды
Тулыраҡ: Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды