Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Тулыраҡ: Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш биреүсе орлоҡтар сәселгән майҙандарҙың артыуына бәйле. Бүздәк, Илеш, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында гектәр ҡеүәте бик юғары тип хәбәр итәләр ауыл хужалығы министрлығынан.