Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Тулыраҡ: Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең икенсе туры 18 августа, гала-концерт Сибайҙың үҙәк майҙанында 19 августа үтәсәк.