Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13 августа көндөҙ 18-23 градус йылы. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. 14 августа һауа температураһы үҙгәрешһеҙ, яуым-төшөм көслө, урыны менән йәшенле ямғырҙар көтөлә.
Көндәр һыуыта
Тулыраҡ: Көндәр һыуыта