Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Тулыраҡ: Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында коронавирус хәүефе сәбәпле яңы һаҡланыу саралары күреләсәк”, — тип белдерҙе. Ноу-хау мәктәптәргә медицина уҡыу йорттары студенттарынан торған инспекторҙар төркөмөн йәлеп итеүҙән ғибәрәт. Улар белем биреү учреждениеһында социаль дистанцияны тотоу, класс бүлмәләрен әҙерләү һәм дезинфекция үткәреү эштәрен даими күҙәтәсәк. Бер нисә мең студент-медик ошо уңайҙан БДМУ һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һөнәри белем камиллаштырыу үҙәгендә махсус әҙерлек үткән.

Фото http://yandex.ru/clck/jsredir