Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр министлыҡтан. Уҡыуҙың тәүге аҙнаһынан уҡ мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары санитар талаптарҙың үтәлешен, социаль дистанцияны һаҡлауҙы күҙәтәсәк. Роспотребнадзор тәҡдимдәре һәм яңы санитар нормаларға ярашлы, һәр класста балалар һаны 15-тән артырға тейеш түгел. Һәр класс өсөн дәрестәр теҙмәһе һәм тәнәфестәр ҙә айырым буласаҡ. Бынан тыш, аудиториялар һәм коридорҙарҙа мотлаҡ дезинфекция үткәреләсәк. Ил буйынса бына ошондай ҡағиҙәләр индерелгән.
Мәктәптәрҙә санитар талаптар
Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә санитар талаптар