Тәүге тапҡыр. „Первушино„ аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.„Альтаир„ тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә – осоп барыусы йондоҙ, тигәнде аңлата. Ул үҙенең еңеллеге һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ауырлығынан ике тапҡырға күберәк йөктө күтәрә алыуы менән айырыла.Самолеттың бындай үҙенсәлеге юғалған кешеләрҙе эҙләргә, янғынды тиҙ арала асыҡларға ярҙам итә. Итальян тимеренән яһалған Рәсәй самолеты. Двигателде лә үҙҙебеҙҙең илдекен ҡуя алыу өсөн махсуслаштырылып эшләнгән иркен капот. Әле унда австралия двигателе тора.Самолетты биш кеше йыл ярым эсендә йыйған. Техниканы эшләгәндә күп кенә ҡатмарлыҡтар менән дә осрашырға тура килде, ти пилот. „Альтаир„ ҡотҡарыу системаһы менән дә айырыла. Һауала берәй көтөлмәгән хәл була ҡалһа, самолет тотошлай – экипаж менән бергә парашют ярҙамында ергә төшә. Техниканың эсен генә түгел, тышҡы дизайнын да уйлап, зауыҡлы итеп эшләргә тырыштыҡ ,ти Сергей Миниғолов. Осҡанда ул матур, ҙур ҡошто хәтерләтә.
Альтаир һауаға күтәрелде
Тулыраҡ: Альтаир һауаға күтәрелде